3 декабрь, Шәмбе

22 август 2011 йыл, 10:06

Башҡортостан Президенты Үрге Яуыш ауылының һөтсөлөк-тауар фермаһы менән танышты

автор: "Башинформ" | фото: Владимир Карабанов

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов 20 августағы эш сәфәре дауамында Федоровка районындағы «Азат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең һөтсөлөк-тауар фермаһында булды. Бөгөнгө көндә фермала 900 баштан ашыу эре мал аҫрала. Йыл башынан алып бер һыйырҙан һауып алынған һөт 2289 килограмм тәшкил иткән. Башҡортостан Президентының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, һуңғы йылдарҙа ауыл хужалығы предприятиеһы Үрге Яуыш ауылындағы һыйыр аҙбарына реконструкция һәм быҙаулатыу бүлексәһенә ремонт, шулай уҡ  Кузьминовка ауылындағы мал фермаларына капиталь ремонт үткәргән. Әлеге мәлдә симменталь тоҡомло һыйырҙар үрсетеү буйынса тоҡомсолоҡ фермаһын булдырыу эштәре алып барыла.