Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.33 ↑

EUR 67.45 ↓

18 октябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Күп балалы ғаиләләрҙең беренсе класҡа барасаҡ балалары БР Хөкүмәтенән ярҙам аласаҡ

Йәмғиәт

Аҙ тәьмин ителгән күп балалы ғаиләләрҙең беренсе класҡа барасаҡ балаларын яңы уҡыу йылына әҙерләү өсөн Башҡортостан Хөкүмәте менән 9,4 миллион һум аҡса бүленгән.

2011 йылдың 19 авгусындағы 1071-р һанлы тейешле бойороҡҡа Премьер-министр Азамат Илембәтов ҡул ҡуйған.

Аҙ тәьмин ителгән күп балалы ғаиләләрҙә үҫкән 6 219 бала тәүге тапҡыр мәктәп тупһаһын атлап инәсәк. Уларға 1 520 һум сумммаға ранецтан алып китаптар ҡуйыу өсөн аҫлыҡҡа һәм ручкаларға тиклем тейешле бөтә мәктәп кәрәк-яраҡтары алынасаҡ.

Күп балалы ғаиләләрҙән беренсе класҡа барасаҡ иң күп уҡыусылар Баймаҡ районында теркәлгән – 331 бала. Икенсе урын Өфө ҡалаһында – 322 сабый. Әбйәлил районы беренсе класҡа барасаҡ балалар иҫәбе буйынса өсөнсө урында – 302, тип хәбәр итә республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть