11 декабрь, Йәкшәмбе

19 август 2011 йыл, 17:41

Өфөлә 20 августа экологик өмә үтәсәк

автор: Галина Бахшиева

Шәмбе, 20 августа, Өфөлә Трамплин эргәһендә сираттағы экологик өмә үтәсәк. Беҙҙе уратып алған тәбиғәткә битараф булмаған һәр кем сарала ҡатнаша ала. Сүп-сар йыйыу өсөн барлыҡ кәрәк-яраҡты ойоштороусылар үҙҙәре бирә.

Трамплин эргәһендәге урманды һәм Ҡариҙел йылғаһындағы ҡала пляжын таҙартыу планлаштырылған. Өмә 11 сәғәттә башлана. Акцияны ойоштороусылар булып «Мусора.Больше.Нет.» экология йәмәғәт хәрәкәте һәм «ЭКА» төбәк-ара эколгия йәмәғәт ойошмаһы сығыш яһай.