9 декабрь, Йома

19 август 2011 йыл, 17:24

Азамат Илембәтов эш сәфәре менән Ишембай һәм Белорет райондарында булып ҡайтты

автор: «Башинформ» | фото: Ольга Колесникова

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтов Ишембай һәм Белорет райондарында булып ҡайтты.

Эш сәфәрен ул 2011 йылдың февралендә ойошторолған «Ишембай» янғын һүндереү-химия станцияһынан башланы. Уның хеҙмәтләндереү зонаһына Ишембай, Стәрлетамаҡ, Стәрлебаш, Федоровка, Мәләүез, Ауырғазы, Көйөргәҙе һәм Ғафури райондары инә.

Станция хеҙмәткәрҙәре ҡарамағына йәй башында ғына янғын һүндереү өсөн яңы техника, ҡорамал һәм средстволар — ер һөрөү өсөн ике ябай, бер йөк тракторы һәм янғын һүндереү машинаһы тапшырылған. Яҡын арала тағы өс янғын һүндереү машинаһының, урман янғындарын һүндереүҙә файҙаланыласаҡ тракторҙың һәм башҡа төрлө техниканың ҡайтарылыуы көтөлә.  Махсус техника менән йыһазландырыу график буйынса алып барыла һәм, БР урман хужалығы министры Рәжәп Нәбиуллин раҫлауынса, был процесс алдағы ике йылда тамамланасаҡ.

Премьер-министр станция биналарының торошона иғтибар итте, уларға капиталь ремонт талап ителә.

Машиналарҙы асыҡ һауала ҡалдырыу уларҙы тиҙ туҙыуға дусар итеү тигән һүҙ, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Азамат Илембәтов. – Теләһә ҡайһы ваҡытта янғын һүндереүгә сығыу өсөн техниканы йылытылыусы гараждарҙа тоторға кәрәк.

Артабан Премьер-министр Ҡолғона һәм Ҡалыуайры ауылдарындағы белем биреү учреждениелары торошо менән танышты. Һуңғы йылдарҙа был тораҡ пункттарҙа тыуым һиҙелерлек артҡан, һәм урындағы уҡыу йорттары тулы көсөнә эшләй.

Район халҡы менән Азамат Илембәтов көнүҙәк мәсьәләләр буйынса фекер алышты, фермер хужалығының нисек үҫешеүе менән ҡыҙыҡһынды. Ауыл халҡы билдәләүенсә, күптән түгел һалынған ҡаты япмалы юл бихисап мәсьәләләрҙе, шул иҫәптән йөк ташыуҙы ла хәл иткән. Әммә проблемалар ҙа бар: телефон һәм телевизион элемтә, интернет юҡ. Премьер-министр был мәсьәләләрҙе хәл итергә ҡушты.

Белорет районындағы тәүге туҡталыш «Әүжән урманы» дәүләт унитар предприятиеһы питомнигында булды. Бындағы теплицаларҙа урман ултыртыуға материал әҙерләнә. Был үҫентеләрҙең ерегеүен яҡшыртыуҙан тыш, уларҙың стандарт оҙонлоҡҡа етеү ваҡытын ике тапҡырға кәметеү мөмкинлеген дә бирә. Әүжәндәрҙең тәжрибәһен бөтә республикала ҡулланырға тәҡдим ителде.

Премьер-министр урмандарҙы тергеҙеү күләмдәре менән ҡыҙыҡһынды. «Әүжән урманы» дәүләт унитар предприятиеһы директоры Сергей Щепарев һүҙҙәренсә, предприятие хеҙмәткәрҙәре план күрһәткестәренең барыһын да теүәл һәм ваҡытында үтәй, йыл һайын 4 миллион самаһы үҫенте үҫтерелә. Азамат Илембәтов ҡуртымға бирелгән биләмәләрҙәге урмандарҙы тергеҙеү, яҡлау һәм янғындан һаҡлау буйынса барлыҡ эштәр комплексын БР Урман хужалығы ҡарамағындағы дәүләт унитар предприятиеларына йөкмәтергә тәҡдим итте.  

Эш сәфәре һуңында Премьер-министр «Белорет» янғын һүндереү-химия станцияһында, «СЕЛЕНА» урман сәнәғәте компанияһы», «Башлеспром» ағас әҙерләү компанияһы» һәм «Белорет паркы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәрендә булды, тип хәбәр итә республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.