4 декабрь, Йәкшәмбе

19 август 2011 йыл, 16:34

Башҡортостан ихаталарҙы төҙөкләндереүгә 530 миллион һум аҡса алды

автор: Ғәлиә Нәбиева

— Быйыл беҙ Өфө ҡалаһында ихаталарҙы төҙөкләндереү өсөн 530 миллион һум федераль средстволар алдыҡ, — тине бөгөн Башҡортостан Хөкүмәтендә үткән видеоселектор кәңәшмәһендә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирек Ялалов. – Бынан тыш, Өфө был программаны 44 миллион һумға өҫтәп финанслай.

Бөгөнгө көндә программаға индерелгән 523 ихатаның 262-һенә, йәғни 50 процентына, һәм 142 бәләкәй юлдың 80-нә, йәғни 56 процентына, капиталь ремонт эшләнгән, тип билдәләне ведомство башлығы.

Баш ҡалала ихаталарҙы төҙөкләндереү 30 сентябргә тиклем тамамланырға тейеш.

Башҡортостандың башҡа ҡала округтарына һәм ауылдарына республика бюджетынан был маҡсаттарға 300 миллион һум күләмендә аҡса бүленгән.