11 декабрь, Йәкшәмбе

19 август 2011 йыл, 15:37

БР Иҡтисади үҫеш министрлығы кадрҙар эҙләй

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

Республиканың Иҡтисади үҫеш министрлығы штатын арттыра. Дөйөм алғанда 47 кеше дәүләт хеҙмәтенә алынасаҡ.

— Белгестәрҙән алып начальниктарға тиклем бар кимәлдәге тиерлек кадрҙар талап ителә. Уларҙың бер өлөшө шунда уҡ эш башлаясаҡ, бер өлөшө талап ителгәнгә ҡәҙәр кадрҙар резервында торасаҡ, — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына министрлыҡ хеҙмәткәре Игорь Смолягин. – Штаттар министрлыҡ составындағы ҡайһы бер структур үҙгәрештәр арҡаһында өҫтәп тулыландырыла. Атап әйткәндә, бер нисә яңы бүлек асылған. Мәҫәлән, дәүләт-шәхси партнерлыҡ бүлегендә тотош состав йыйыла.

Министрлыҡта эшләргә теләүселәр вакансиялар исемлеген һәм конкурста ҡатнашыуға талап ителгән документтарҙы министрлыҡтың рәсми сайтынан ҡарай ала.