Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89

EUR 69.42

18 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Белорет һәм Сибай муниципаль-ара медицина округтары үҙәге буласаҡ

Йәмғиәт

Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлауҙы модернизациялау программаһы сиктәрендә быйыл һәм киләһе йылдарҙа ойоштороласаҡ туғыҙ муниципаль-ара махсус медицина үҙәгенең икәүһе Белорет һәм Сибай ҡалаһында булдырыласаҡ. Шулай итеп, Белоретта Әбйәлил, Белорет, Бөрйән, Учалы райондарын һәм Межгорье ҡалаһын берләштереүсе медицина үҙәге булһа, Сибайҙа Баймаҡ, Йылайыр һәм Хәйбулла райондары халҡын хеҙмәтләндереүсе үҙәк урынлашасаҡ.

«Башинформ» агентлығына БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ошоға бәйле яҡын арала Белорет үҙәк район клиник дауаханаһы нигеҙендә эргә-тирәләге биләмәләр халҡына махсус ярҙам күрһәтеү маҡсатында онкология һәм травматология үҙәктәре асыласаҡ. Проектты тормошҡа ашырыу сиктәрендә Сибайҙа 60 койкалыҡ беренсел ҡан тамырҙары бүлексәһен, онкология үҙәген, шулай уҡ травматология һәм перинаталь үҙәктәр асыу планлаштырыла.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть