6 декабрь, Шишәмбе

19 август 2011 йыл, 13:28

Андрей Реус: «Тармаҡтың алюмин һәм титан ҡойоу эштәре Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә тупланасаҡ»

автор: Любовь Колоколова

Авиадвигателдәр һәм вертолеттар эшләү өсөн алюмин һәм титан ҡойоу эштәре биш йыл дауамында «Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә тупланасаҡ. Был хаҡта кисә «МАКС-2011» халыҡ-ара авиация-йыһан салоны сиктәрендә үткән матбуғат конференцияһында «Оборонпром» берләштерелгән сәнәғәт корпорацияһы» һәм «Берләштерелгән двигателдәр эшләү корпорацияһы» идара компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәттәренең генераль директоры Андрей Реус хәбәр итте.

Уның әйтеүенсә, «ӨМЭПБ» асыҡ акционерҙар йәмғиәте бөгөндән үк бының өсөн кәрәкле компетенцияларға эйә һәм тармаҡтың башҡа предприятиелары менән сағыштырғанда үрҙә билдәләнгән өлкәләрҙә иң һөҙөмтәлеһе булып тора.

— Биш йыл эсендә илдәге башҡа ҡойоу предприятиеларын ябасаҡбыҙ һәм двигателдәрҙекен дә, вертолеттар производствоһын да бында туплаясаҡбыҙ, – тине Андрей Реус.

Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһенең корпоратив коммуникациялар идаралығы хәбәр итеүенсә, «Берләштерелгән двигателдәр эшләү корпорацияһы» идара компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең проект комитеты берекмәлә алюмин һәм титан ҡойоуҙың технологик компетенция үҙәген ойоштороу тураһындағы ҡарарҙы быйыл яҙ ҡабул иткән. «Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең сәнәғәт ҡеүәттәре һәм заманса корпустары Берләштерелгән двигателдәр эшләү корпорацияһы предприятиеларының һәм «Оборонпром» төркөмөнөң алюмин һәм титан ҡойолмаларға булған ихтыяжын 2016 йылда уҡ тулыһынса тәьмин итергә мөмкинлек бирәсәк.  

Шуны ла өҫтәп үтәйек, технологик компетенциялар үҙәктәрен ойоштороу Берләштерелгән двигателдәр эшләү корпорацияһы стратегияһының бер элементы булып тора.