3 декабрь, Шәмбе

19 август 2011 йыл, 13:03

Бөрө районында «Мин - граждан» республика йәштәр форумы үтә

автор: Людмила Терновая

Бөрө районында «Мин — граждан» республика йәштәр форумы эшен башланы. Был хаҡта «Берҙәм Рәсәй» партияһы төбәк бүлексәһенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. Йәштәр форумы һайлауҙарға әҙерләнеүгә, йәштәр һайлау штабтарының белгестәрен уҡытыуға, йәштәр араһында яңы лидерҙарҙы асыҡлауға йүнәлтелгән.

Көн элгәре форумды асыу тантанаһында БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев, БР Премьер-министр урынбаҫары Зөһрә Рәхмәтуллина, «Берҙәм Рәсәй» бөтә Рәсәй сәйәси партияһының төбәк Башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Ишмөхәмәтов ҡатнашты.

«Мин — граждан» республика йәштәр форумы Бөрө районының «Урман әкиәте» ял базаһында 18-22 августа үтә. Форум «Берҙәм Рәсәй» партияһы, шулай уҡ БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы ярҙамында «Берҙәм Рәсәйҙең Йәш Гвардияһы» Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе менән ойошторолған. Форум эшендә Башҡортостандың төрлө төбәктәренән килгән 250-нән ашыу егет һәм ҡыҙ ҡатнаша.

Форум барышында йәштәрҙең билдәле сәйәсмәндәр, йәмәғәт менән бәйләнеш өлкәһендәге белгестәр, предприятие директорҙары һәм республиканың башҡа билдәле кешеләре менән танышыу, ижади потенциалдарын тормошҡа ашырыу мөмкинлеге бар. Быйыл форум сиктәрендә уҡытыу биш тематик йүнәлеш буйынса алып барыласаҡ: йәштәр һайлау штабтарының технологтарын уҡытыу, йәш кандидаттарҙы муниципаль һайлауҙарға әҙерләү, интернет-өҫтөнлөк, «Урам» йүнәлеше буйынса эш, киң мәғлүмәт саралары менән эшләү, йәштәр парламентаризмы.

темалар: форумдар