8 декабрь, Кесе йома

19 август 2011 йыл, 12:38

Һалҡын көндәр етә

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Ял көндәре Башҡортостанда һалҡынса торасаҡ. Гисметео мәғлүмәтенә ярашлы, республикала көндөҙ — 20, төнөн биш-туғыҙ градус йылы булыуы көтөлә.

Шәмбе һәм йәкшәмбелә көндәр башлыса аяҙ торасаҡ, айырым райондарҙа ваҡыты менән бер аҙ ямғыр яуасаҡ, тип көтөлә. Синоптиктар, киләһе аҙнала көндәр болотло һәм һалҡыныраҡ буласаҡ, тип күҙаллай.

темалар: һауа торошо