8 декабрь, Кесе йома

19 август 2011 йыл, 11:57

Республика йәштәре Рәсәйҙе алға әйҙәй

автор: Евгений Рәхимҡолов

Күмертау ҡалаһында «Берҙәм Рәсәй» сәйәси партияһы ҡарамағында «Йәш Рәсәй, алға!» йәштәр форумы асылды. Ул 15 йәштән алып 20 йәшкә тиклем йәштәр йәмәғәт ойошмалары һәм уҡыу йорттары вәкилдәрен йыйҙы.

«Башинформ» агентлығына Күмертау районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, бындай форум ҡалала тәүгә үткәрелә. Программала төрлө уҡытыу саралары, дискуссиялар, эш уйындары ҡаралған.

Форум сиктәрендә сәйәси партияларға презентация, фекер алышыуҙар, йәштәр парламентына һайлауҙар, уйындар, «Үҙ ысынбарлығыңды булдыр» социаль проекттар конкурсын үткәреү планлаштырыла. Шулай уҡ «Социаль башланғыстар агентлығы. 2020 стратегияһы», «Азатлыҡ йәки һүҙ бойондороҡлоғо», «Һайлауҙар технологиялары», «Идаралыҡ эшмәкәрлегендә стресҡа ҡаршы тороу», «Социаль проектлау» һәм башҡа мастер-кластары үтәсәк.

Форум эшендә «Берҙәм Рәсәйҙең Йәш Гвардияһы» төбәк бүлексәһе, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы, БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы вәкиләдре, билдәле спортсылар ҡатнаша.