8 декабрь, Кесе йома

19 август 2011 йыл, 10:47

Башҡортостан белорустары бал һәм алма байрамын ойошторҙо

автор: Евгений Рәхимҡолов

Бал һәм алма байрамын бөгөн Иглин районының Балтика ауылында белорустарҙың «Балтика» тарихи-мәҙәни үҙәге үткәрә. Сара программаһында милли уйындар, конкурстар, викториналар, «Тәбиғәт уңыштары» күргәҙмәһе, алма һәм бал йәрминкәләре ҡаралған. Сарала шулай уҡ Алма һәм Бал байрамдарының килеп сығышы тураһында бәйән ителәсәк.

Байрамдың көнө осраҡлы ғына һайланмаған. Ул 19 авгусҡа тура килгән Алма байрамына ҡарата үткәрелә. Ғәҙәттә был көндө ғибәҙәтханаларха алма һәм башҡа төр емеш-еләк алып килеп, уларҙы изгеләндерәләр.