11 декабрь, Йәкшәмбе

19 август 2011 йыл, 10:35

Фронт авиацияһы өсөн двигателдәр эшләү дивизионын Александр Артюхов етәкләйәсәк

автор: Любовь Колоколова

Рәсәй фронт авиацияһы өсөн двигателдәр эшләү дивизионы «Берләштерелгән двигателдәр эшләү корпорацияһы» идара компанияһының йәнә бер бүлексәһе буласаҡ. Уны «Өфө моторҙар эшләү призводство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең идарасы директоры Александр Артюхов етәкләйәсәк. Был ҡарарын «Оборонпром» берләштерелгән сәнәғәт корпорацияһы» һәм «Берләштерелгән двигателдәр эшләү корпорацияһы» идара компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәттәренең генераль директоры Андрей Реус бөгөн «МАКС-2011» халыҡ-ара авиация-йыһан салоны сиктәрендә үткән матбуғат конференцияһында әйтеп ишеттерҙе, тип хәбәр итә Өфө моторҙар эшләү призводство берекмәһенең корпоратив коммуникациялар идаралығы.