11 декабрь, Йәкшәмбе

19 август 2011 йыл, 10:08

25 августа Өфөлә ИКЕА гипермаркеты асыласаҡ

автор: Любовь Колоколова | фото: Андрей Старостин

Бер аҙнанан, 25 августа, ИКЕА гипермаркеты асыласаҡ. Элекке рус йолаһы буйынса ишек аша тәүҙә бесәй үтәсәк. Соната Грэй исемле дүрт айлыҡ бесәйҙе кисә ғаилә сауҙа үҙәген асыуға ҡарата үткәрелгән матбуғат конференцияһында журналистар билдәләне. Ә унан алда, 21 июлдән 10 авгусҡа ҡәҙәр, ИКЕА-Өфө сайтында онлайн-тауыш биреү булған.

Журналистар өй һәм ғаилә өсөн бай тауарҙар ассортименты тәҡдим ителгән магазин буйлап экскурсияла ҡатнашты. Бында ҡунаҡ, балалар, йоҡо, аш-һыу бүлмәләре өсөн интерьер өлгөләре тәҡдим ителә.  

Магазиндың матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, ИКЕА компаниялар төркөмө 60 йылдан ашыу инде үҙҙәренең дизайны буйынса йорт йыһаздары эшләй. Рәсәйҙә ИКЕА гипермаркеттары МЕГА сауҙа үҙәктәре составында асыла. Бөгөн Рәсәйҙең эре ҡалаларында бындай 12 комплекс эшләй.

Республика Президенты Рөстәм Хәмитов ҡатнашлығы һәм уның компания етәкселеге менән һөйләшеүҙәр үткәреүе арҡаһында Өфөлә, ниһайәт, ИКЕА гипермаркеты асыла. Төрлө техник сәбәптәр арҡылы магазинды асыу көнө бер нисә тапҡыр күсерелде, һәм бына оҙаҡламай республика халҡы көтөп алған сара буласаҡ.

Өфөнөң ИКЕА магазинында 240 эш урыны булдырылған, бында күпселеге йәштәр эшләй. Компания менеджменты һүҙҙәренә ҡарағанда, артабан үҫер өсөн уларҙың бөтә мөмкинлектәре лә бар.

Өфөлә ИКЕА гипермаркетын асыу тантанаһына Башҡортостан Республикаһының һәм Өфөнөң рәсми кешеләре, Швецияның Рәсәйҙәге илселеге вәкилдәре саҡырылған.