4 декабрь, Йәкшәмбе

19 август 2011 йыл, 9:01

Туймазыла 15 ҡыҙ исламды өйрәнергә теләк белдергән

автор: Евгений Рәхимҡолов

Туймазыла быйыл 15 ҡыҙ ислам тәғлимәтен өйрәнергә теләк бедергән. Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының Рәсәй ислам университеты филиалы булған «Ихлас» мәсетенә уҡырға инеү өсөн шул сама абитуриент документ тапшырған. Был махсус ҡатын-ҡыҙҙар мәҙрәсәһе, шуға ла бында ойошторолған әҙерлек курстары ҡыҙҙарға ғына тәғәйенләнгән.  

Абитуриенттар өсөн курстарҙа рус теле, Рәсәй тарихы һәм ислам нигеҙҙәре өйрәнелә. Һәр дисциплина мәҙрәсә уҡырға инеү өсөн кәрәкле материалды үҙ эсенә ала. Курстарҙа Туймазынан ғына түгел, бүтән ҡала һәм ауылдарҙан да ҡыҙҙар белем ала. Курстарҙы Рәсәй ислам университеты уҡытыусылары үткәрә. Уларҙың сиктәрендә шулай уҡ Туймазы һәм ҡалаға яҡын урындар буйынса экскурсиялар ойошторола.

темалар: дин