10 декабрь, Шәмбе

18 август 2011 йыл, 17:40

Өфө предприятиелары уҡыу йорттарын тамамлаусыларға 2000 вакансия тәҡдим итте

автор: Галина Бахшиева

Бөгөн Өфөлә үткән вакансиялар йәрминкәһендә быйыл юғары һәм урта махсус уҡыу йорттарын тамамлаусыларға ике меңдән ашыу вакансия тәҡдим ителде. Кисәге студенттар өсөн вакансиялар йәрминкәһе баш ҡалала йыл һайын үткәрелһә лә, йылына бер генә ойошторола. Әле эш эҙләү менән мәшғүл йәш белгестәрҙең уға ҡарата ҙур ҡыҙыҡһыныуы, бәлки, шуның менән аңлатылалыр ҙа. Аҙна һайын «бөтәһе өсөн» үткәрелгән ябай вакансиялар йәрминкәһендә 500-600 кеше ҡатнашһа, уҡыу йорттарын яңы тамамлаусылар өсөн сарала — өс тапҡырға күберәк.  

— Бөгөн беҙҙең вакансиялар йәрминкәһендә 1800 кеше ҡатнашты. Эш биреүселәр менән әңгәмәләшеү һөҙөмтәләре буйынса 200-гә яҡын уҡыу йортон тамамлаусы эшкә саҡырыу алды, — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына Өфө халыҡ мәшғүллеге үҙәгенең эш биреүселәр менән бәйләнеш буйынса бүлектең баш инспекторы Ольга Перминова.  

Һөнәри белем биреү учреждениеларын тамамлаусылар өсөн үткәрелгән йәрминкәлә 50-гә яҡын баш ҡала предприятиеһы ҡатнашты. Бынан тыш, Республика һәм Өфө йәштәр мәшғүллегенә булышлыҡ итеү үҙәктәре лә үҙ вакансияларын тәҡдим итте.