Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.00 ↓

EUR 66.08 ↑

27 июнь, Шишәмбе

Уфа   °

Бөгөлмәнән Өфөгә хәҙер электричкала йөрөргә мөмкин

Иҡтисад

Бөгөлмә ҡалаһы (Татарстан) халҡының хәҙер Башҡортостандың баш ҡалаһына тимер юл транспортында йөрөргә мөмкинлеге бар.

17 августан Куйбышев тимер юлының Волга-Кама төбәгендә Бөгөлмә менән Ҡандрыны бәйләүсе электр поезы йөрөй башланы. 6494-сы «Ҡандры-Өфө» һәм 6493-сө «Өфө-Ҡандры» ҡала яны поездарын иҫәпкә алып Бөгөлмә-Урыссу маршрутын Ҡандрыға тиклем оҙайтыу Бөгөлмә халҡын ҡала яны бәйләнеше ярҙамында Өфө менән берләштереү мөмкинлеген бирәсәк, тип хәбәр итә «Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте.

Ҡала яны поездары көн һайын йөрөй. Расписаниены www.kbsh.rzd.ru сайтынан йәки 800-775-00-00 һандары буйынса Берҙәм мәғлүмәт-белешмә үҙәге телефоны аша белешергә мөмкин (тәүлек әйләнәһенә, шылтыратыу бушлай).

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть