Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47 ↓

EUR 67.55 ↑

24 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

«Мәктәп директоры – 2011» бөтә Рәсәй конкурсы ойоштороусыларына һорауҙарҙы интернет аша бирергә була

Йәмғиәт

«Мәктәп директоры – 2011» бөтә Рәсәй конкурсының жюри рәйесе Константин Ушаков менән видеоинтервью өсөн һорауҙар ҡабул ителә. Конкурстың ойоштороу комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, ағымдағы йылдың 5 сентябрендә «Мәктәп директоры – 2011» бөтә Рәсәй конкурсының жюри рәйесе, «Директор школы» журналының баш мөхәррире Константин Ушаков видеоинтервью форматында журналистар, директорҙар, педагогтар, уҡыусылар һәм уларҙың ата-әсәләре һорауҙарына яуап бирәсәк. Мәғариф өлкәһендәге алдынғы эксперттарҙың береһенә үҙ һорауын һәр кем бирә ала. Бының өсөн «Мәктәп директоры – 2011» конкурсының http://konkurs.direktor.ru/interview.htm сайтына инеп, ябай форма тултырырға кәрәк. Һорауҙар 25 авгусҡа тиклем ҡабул ителә. Интервью 5 сентябрҙә бәйгенең http://konkurs.direktor.ru рәсми сайтында өс форматта (видео, аудио һәм текст) урынлаштырыласаҡ.

Йыл һайын үткәрелеүсе «Мәктәп директоры» конкурсы жюри рәйесенең виртуаль аралашыуы йолаға әүерелде. Беренсе тапҡыр Константин Ушаков директорҙар һәм педагогтар менән үткән йылдың август айында «бәйләнешкә сыҡты», унда ул видеоинтервью форматында Рәсәй кимәлендәге «директорҙар» конкурсының тәүге тапҡыр ойошторолоуы хаҡында бәйән итте. Шулай уҡ ағымдағы йылдың март айында конкурс ойоштороусылары вебинар – интерактив семинар үткәрҙе, унда үткән йыл конкурсын ойоштороусылар һәм унда ҡатнашыусылар 2011 йылда үтәсәк бәйгелә ҡатнашыу буйынса файҙалы кәңәштәрен бирҙе.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть