Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.09 ↑

EUR 61.69 ↓

21 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

Ике район аграрийҙары игендәренең яртыһын йыйып алған

Иҡтисад

Көйөргәҙе районы игенселәре баҫыуҙарының яртыһынан ашыуында игенен йыйып алған – 21,1 тыс. га (53%), тип хәбәр иттеләр БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә. Дүртөйлөләр уларҙан бер аҙға ғына ҡалыша. Бында 17 мең гектарҙа ашлыҡ һуғып алынған (51%). Ауырғазы, Бүздәк, Мәләүез, Стәрлетамаҡ, Саҡмағош һәм Шаран райондары аграрийҙары игендең 40 проценттан ашыуын бураға һалған.

Стәрлетамаҡ районы комбайнерҙары ураҡ башланғандан алып 82,2 мең тонна ашлыҡ һуҡҡан. Был республикалағы иң яҡшы һөҙөмтә. Мәләүез районы игенселәре иҫәбендә 62,7 мең тонна. Ауырғазылар 56,1 мең тоннаға бураларын тултырған.

Уңыш буйынса алдынғылар көн һайын үҙгәрә. Иң бай уңыш Саҡмағош районында йыйыла. Төшөм һәр гектарынан 30,5 центнер тәшкил итә. Мәләүез районында — гектарынан 30 центнер, Өфө районында — 29,9, стәрлетамаҡтарҙа — 29,2.

18 авгусҡа ҡарата Башҡортостанда иген һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары 527 мең гектар (32%) майҙанда урып һуғылған. Дөйөм төшөм 1,1 млн тонна иген тәшкил иткән. Уңдырышлыҡ республика буйынса уртаса алғанда гектарынан 21 центнерға тиң.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть