9 декабрь, Йома

18 август 2011 йыл, 15:57

Башҡортостанда меңгә яҡын кеше исемен алмаштырған

автор: Ольга Мортазина

Тыуғанда бирелгән исеменә риза булмаған граждандар уны алмаштырыу мөмкинлегенән файҙалана. 2011 йылдың тәүге яртыһында республиканың 960 кешеһе исемен алмаштырған. Кешеләр башлыса матур яңғырамаған исемдәрҙән ҡотолорға тырыша, шулай уҡ тыуыу тураһында таныҡлыҡ тултырғанда ебәрелгән хаталарҙы төҙәтеүселәр ҙә бар.

Былтыр беренсе ярты йыллыҡта ЗАГС-ҡа ошо сәбәпле 628 кеше мөрәжәғәт иткән. Стәрлетамаҡ күрһәткестәре тотороҡлоҡ күрһәтә. Былтырғы кеүек үк, быйыл да бында 77 кеше исемен алмаштырған, тип хәбәр иттеләр БР Гражданлыҡ хәле акттарын теркәү идаралығында.

темалар: статистика