9 декабрь, Йома

18 август 2011 йыл, 15:49

Йыл башынан Сибайҙа 6,7 мең квадрат метрҙан ашыу торлаҡ сафҡа индерелгән

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Ағымдағы йылдың ете айында Сибайҙа – 6737,7 квадрат метр, шул иҫәптән шәхси торлаҡ төҙөлөшө буйынса 5968,7 квадрат метр торлаҡ сафҡа индерелгән, был үткән йылдың ошо осорона ҡарата 98,7 процентҡа күберәк.

Предприятиелар һәм ойошмалар «Төҙөлөш» эшмәкәрлек төрө буйынса үҙ көстәре менән башҡарған эш күләме 1418,7 миллион һум тәшкил иткән. Сибай хакимиәте мәғлүмәте буйынса, үткән йылдың ошо осорона ҡарата үҫеш темпы сағыштырмаса хаҡтарҙа – 161,7%.

Ағымдағы йылдың тәүге ярты йыллығында Башҡортостанда йәмғеһе 781,8 мең квадрат метр торлаҡ төҙөлгән һәм сафҡа индерелгән, был 2010 йыл күләменә ҡарата 103,1 процент тәшкил итә.

темалар: төҙөлөш, торлаҡ