9 декабрь, Йома

18 август 2011 йыл, 14:38

Стәрлетамаҡта айырылышыуға ҡарағанда күберәк өйләнәләр

автор: Ольга Мортазина

Республикала тәүге ярты йыллыҡта 13 239 яңы ғаилә барлыҡҡа килгән. Былтырғыға ҡарағанда был 15-кә кәмерәк. Өфөлә үткән туйҙар һаны былтырғы һан менән береш, ә Стәрлетамаҡта 117-гә (+13%) күберәк. Шунда уҡ айырылышыуҙар һанының 10 процентҡа кәмеүе теркәлгән.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, дөйөм республикала айырылышыуҙар 6 процентҡа йәки 469 теркәлеүгә артҡан. Йәмғеһе 8 618 айырылышыу теркәлгән. Уларҙың 39 проценты 5 йылдан да ашыу йәшәмәгән йәш ғаиләләргә тура килә.