Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.75

EUR 63.66

29 май, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда малайҙар ҡыҙҙарға ҡарағанда йышыраҡ тыуа

Йәмғиәт

Республикала 2011 йылдың тәүге ярты йыллығында тыуыу тураһында 26 847 акт теркәлгән, тип хәбәр итте БР Гражданлыҡ хәле акттарын теркәү идаралығы начальнигы Зифа Әбүбәкирова. Былтырғыға ҡарағанда был һан 4,8 процентҡа йәки 1346 теркәлеүгә кәмерәк.

Яңы тыуған сабыйҙарҙың 50 проценты – ғаиләлә беренсе бала, 35% – икенсе, 10% — өсөнсө, 3% – дүртенсе, 2% – бишенсе.

Өфөлә тыуым 0,4 процентҡа йәки 29 теркәлеүгә кәмегән һәм тыуыу тураһында 7 228 акт тәшкил иткән. Стәрлетамаҡта яңы тыуған балалар һаны былтырғыһы менән тап килә — 1 952.

Малайҙар ҡыҙҙарға ҡарағанда күберәк тыуған. Тәүгеләре – 13 691, икенселәре – 13 156. Айырма 805 тәшкил итә. Шул уҡ мәлдә 253 игеҙәк һәм 5 өс игеҙ бала донъяға ауаз һалған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть