Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42

EUR 61.86

26 март, Йәкшәмбе

Уфа   °

Республика аграрийҙарына йыл ярымлыҡ мал аҙығы запасын туплауға күп ҡалмаған

Йәмғиәт

Республика аграрийҙары ҡышҡылыҡҡа һәр шартлы мал башына 32 центнер мал аҙығы берәмеге әҙерләргә тейеш, шул саҡта малсылар йыл ярымға етерлек мал аҙығы менән тәьмин ителәсәк. Ауыл эшсәндәренә был күләмгә етеүгә күп ҡалмаған.

Бөгөнгө көндә Башҡортостанда 782 мең тонна бесән әҙерләнгән, планға ҡарата был 107%. Сенаж траншеяларына 2 млн 408 меңдән ашыу йәшел масса һалынған, был иһә планлаштырылғандан 10 процентҡа күберәк. Республика буйынса уртаса алғанда һәр һыйырға 22 центнер мал аҙығы берәмеге тупланған. Алда тағы силос һалыу һәм икенсегә бесән сабыу эштәре көтә. Улар ҙа мал ҡураһына китәсәк һәм мал аҙығы берәмеге иҫәбендә сағыласаҡ.

Мал аҙығы әҙерләү бүлегендә әйтеүҙәренсә, Башҡортостандың ҡайһы бер райондары силос һалыуҙы башлаған да инде. Әлегә бының өсөн судан үләнен сабалар. Артабан кукуруз һәм көнбағышҡа сират етәсәк. Әле ауыл эшсәндәре силос һалыу өсөн төп культураларҙың күберәк аҡһым йыйыуын көтә, ул ваҡытта мал аҙығының сифаты күпкә юғары буласаҡ. Бөгөнгө көндә 308 мең тонна силос һалынған, дөйөм алғанда иһә 1 миллион 822 мең тонна тупларға кәрәк буласаҡ.

Башҡортостанда мал аҙығы әҙерләү эштәре дауам итә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть