4 декабрь, Йәкшәмбе

18 август 2011 йыл, 12:53

Башҡортостан бюджеты 2012 йылда социаль йүнәлешле булып ҡаласаҡ

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

2012 йылда Башҡортостан бюджеты социаль йүнәлешле булып ҡаласаҡ. Республиканың тупланма бюджетының дөйөм күләменән дүрттән өс өлөшө хеҙмәт хаҡына, һәр төрлө пособиеларға, мәктәп, дауаханаларҙы һәм башҡаһын финанслауға бүленәсәк.  

Шул уҡ ваҡытта средстволарҙың иң ҙур өлөшөн мәғарифҡа тотоноу ҡаралған — 31,3 процент. 20,2 проценты иһә — һаулыҡ һаҡлау өлкәһен (мотлаҡ медицина страховкалауын иҫәпкә алып), 12,8 проценты — социаль сәйәсәтте, 3,2 проценты мәҙәниәтте финанслауға йүнәлтеләсәк.

Ағымдағы сығымдарҙың яртыһынан ашыуы эш хаҡына һәм республиканың норматив йөкләмәләрен финанслауға — граждандарға һәр төрлө социаль түләүҙәргә һәм компенсацияларға китәсәк.

2012 йылға Башҡортостан проекты бюджетын БР финанстар министры Рузалия Хисмәтуллина уҡып ишеттерҙе.