10 декабрь, Шәмбе

18 август 2011 йыл, 10:57

Мәләүездә «Халыҡ университеты» асылды

автор: Ғәлиә Нәбиева

Мәләүездә тәүге 20 тыңлаусы өсөнсө быуын халыҡ университетында уҡый башланы. БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, пенсия йәшенә еткән ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәр компьютерҙы үҙләштерә. Йәмғеһе 60 кеше был йүнәлеш буйынса уҡырға теләк белдергән.

Яҡын арала пенсионерҙар инглиз телен һәм ғаилә психологияһын өйрәнә башлаясаҡ.

Уҡыу Мәскәү дәүләт технологиялар һәм идара итеү университетының урындағы филиалы нигеҙендә ойошторолған. Уҡытыуҙы юғары уҡыу йорто уҡытыусылары алып бара, ә уҡыу кластары кәрәкле компьютер техникаһы менән йыһазландырылған.