Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.02 ↓

EUR 61.96 ↓

28 март, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостан – туризм өлкәһендә тәүге өс лидер иҫәбендә

Иҡтисад

www.kurortrussia.ru туристик порталында интерактив һорау алыу дауам итә, унда сайтҡа инеүселәргә улар яҡын арала барырға теләгән Волга буйы федераль округындағы 14 төбәктең береһен һайларға тәҡдим ителә.

Бөгөнгө көнгә тәүге өс лидер иҫәбендә киләһе төбәктәр: Татарстан Республикаһы, Башҡортостан Республикаһы һәм Пермь крайы.

Тауыш биреү 28-30 сентябрҙә Түбәнге Новгородта үтәсәк Волга буйы федераль округының туристик ресурстары фестиваль-презентацияһы алдынан үткәрелә.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, республикала әлеге сарала ҡатнашыу өсөн әүҙем әҙерлек бара. 15 августан БР Хөкүмәтенең Премьер-министр урынбаҫары Әнүәр Мәхмүтов рәйеслегендәге ойоштороу комитеты эш башланы.

Фестиваль Волга буйы федераль округында тәүге мөһим сара буласаҡ. БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, фестиваль сиктәрендә ҡатнашыусылар Волга буйы федераль округындағы туристик өлкәне үҫтереү буйынса пландар менән танышасаҡ. Шулай уҡ сарала конкурстар, мастер-кластар, түңәрәк өҫтәлдәр, семинарҙар һәм коференциялар ҡаралған. Фестиваль йомғаҡтары буйынса Волга буйы федераль округы территорияларын комплекслы рекламалау үткәреләсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть