9 декабрь, Йома

18 август 2011 йыл, 10:46

2012 йылда уртаса эш хаҡы Башҡортостанда 20 меңдән артасаҡ

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

2012 йылда уртаса эш хаҡы Башҡортостанда 20 меңлек психологик сикте үтәсәк.

— База вариантындағы күҙаллау буйынса уртаса эш хаҡының артыуы 2012 йылда 2011 йыл менән сағыштырғанда 13 процентты тәшкил итәсәк. Шулай итеп, уның уртаса күләме 20894 һумға етәсәк, — тип хәбәр итте БР Хөкүмәтендә үткән кәңәшмәлә республиканың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова.

Кисә Премьер-министр Азамат Илембәтов рәйеслегендә бер нисә министрлыҡ һәм ведомство башлыҡтары ағымдағы хәлдәрҙе иҫәпкә алып 2012-2014 йылдарға төбәкте социаль-иҡтисади үҫтереү программаһына индереү планлаштырылған үҙгәрештәрҙе тикшерҙе.

Бюджетта эшләүселәрҙең эш хаҡы 2011-2013 йылдарҙа йыл һайын алдағы йылға ҡарата 15 процентҡа арттырыла барасаҡ. 2012 йылда уларҙың уртаса эш хаҡы 16940 һумға тиклем күтәреләсәк.

— Иҡтисадтың бюджетҡа ҡарамаған секторында эш хаҡын күтәреүҙең берҙән-бер механизмы – төп эшсе профессияларының беренсе разряд тариф ставкаларын тауар һәм хеҙмәттәргә ҡулланыу хаҡтары артыуына ҡарағанда йылдамыраҡ индексациялау, — тип дауам итте Ленара Иванова. — 2011 йылда индексация – 14,6 процент, 2012 йылда 14,7 прцент тәшкил итәсәк.

Әгәр ваҡиғалар республиканы үҫешенең база сценарийы буйынса барһа, 2014 йылда уртаса эш хаҡы Башҡортостанда 2010 йыл менән сағыштырғанда бер ярым тапҡырҙан ашыуға артып, 26950 һумға етәсәк.