Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.54 ↑

EUR 67.68 ↓

29 июнь, Кесе йома

Уфа   °

2012 йылға Башҡортостан бюджеты проекты тулыһынса 20 сентябргә тиклем тапшырыласаҡ

Иҡтисад

2012 йылға республика бюджеты проектын һәм 2012-2014 йылдарға төбәктең социаль-иҡтисади үҫешенә прогноз яһау планын тамалау өсөн Башҡортостан министрлыҡтарының һәм ведомстволарының бер ай ваҡыты бар.

— Документтар 20 сентябргә тиклем тулыһынса әҙер булырға тейеш, — тине республика Хөкүмәтенең Премьер-министры Азамат Илембәтов. – Бынан һуң уларҙы Башҡортостан Президенты тикшерәсәк. Аҙаҡтан документтар республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға ебәреләсәк.

Хөкүмәттә үткән бөгөнгө кәңәшмәлә БР иҡтисади үҫеш министры Евгений Маврин, республиканың финанс министры Рузалия Хисмәтуллина, БР хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова һәм Республика мотлаҡ медицина страховкалау фонды директоры Алексей Меньшиков сығыш яһаны.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть