Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.98 ↑

EUR 62.04 ↑

29 апрель, Шәмбе

Уфа   °

Өфөлә «Донъя мәсеттәрен» күрһәтәсәктәр

Йәмғиәт

Өфөлә изге Рамаҙан айына ҡарата «Донъя мәсеттәре» фотокүргәҙмәһе үтәсәк. Унда донъяның төрлө илдәрендә урынлашҡан мосолмандарҙың үҙенсәлекле ғибәҙәт йорттары төшөрөлгән 40-тан ашыу эш урын аласаҡ. Улар араһында Мәккә һәм Мәҙинә мәсеттәре өҫтөнлөк итәсәк.

Күргәҙмә Өфөнөң «25 пәйғәмбәр» мәсете ҡатнашлығында ойошторола, күргәҙмә өсөн улар ҙа үҙҙәренең эштәрен тәҡдим иткән.  

Сара Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхананың картиналар галереяһында үтәсәк. Күргәҙмә 18 августан эш башлаясаҡ.

Бындай күргәҙмәләр Өфөлә тәүгә ойошторолмай. Мәҫәлән, 2010 йылда БР мосолмандарының Диниә назаратында «Иран мәсеттәре» фотокүргәҙмәһе үткәрелгән. Сара Башҡортостандың мосолман руханиҙарында, Өфө вуздары уҡытыусылары һәм студенттарында, сәнғәт һөйөүселәрендә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡан.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть