Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36

EUR 69.71

20 август, Йәкшәмбе

Уфа   °

Йыл башынан алып республика халҡы 6696 шәхси йорт төҙөгән

Иҡтисад

Йыл башынан алып Башҡортостанда дөйөм майҙаны 884,8 мең кв.метрлыҡ 9500 фатир сафҡа индерелгән. Был уҙған йылға ҡарағанда 102,7 процентҡа күберәк, тип хәбәр итә Башҡортостанстат.

Шәхси йорттар төҙөлөшө республикала торлаҡ өлкәһен үҫтереүҙең өҫтөнлөклө йүнәлеше булып ҡала. Ете айҙа ғына Башҡортостан халҡы дөйөм майҙаны 717 мең кв.метрлыҡ 6696 шәхси йорт төҙөгән. Шәхси төҙөүселәр өлөшөнә файҙаланыуға тапшырылған торлаҡтың 81% тура килә.

Статистиктар иҫәпләүенсә, ауыл ерендә ҡалаға ҡарағанда торлаҡ аҙыраҡ төҙөлә. Мәҫәлән, ауылда – дөйөм майҙаны 396 мең кв.метр, ә ҡалала 488,8 мең кв.метр торлаҡ йорт сафҡа индерелгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть