10 декабрь, Шәмбе

17 август 2011 йыл, 16:34

Ҡазан нефть һәм химия күргәҙмәһендә ҡатнашыусылар Башҡортостандың сәнәғәт потенциалы менән танышасаҡ

автор: Любовь Колоколова

БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы республика делегацияһының 7–9 сентябрҙә Ҡазанға, XVIII «Нефть. Газ. Нефтехимия» халыҡ-ара күргәҙмәһенә визитына әҙерләнә башланы.

Сара Татарстан Республикаһы Президенты, Татарстан Хөкүмәте һәм Ҡазан ҡалаһы мэрияһы ярҙамында, шулай уҡ «Татнефть» асыҡ акционерҙар йәмғиәте ҡатнашлығында үтәсәк.

Күргәҙмә Волга буйының нефть һәм химия тармағы предприятиеларына яңы технологиялар һәм ҡорамалдарҙы тәҡдим итеүгә, күрше төбәктәрҙең фәнни потенциалын һәм иҡтисади бәйләнештәрен киңәйтеүгә булышлыҡ итеүгә йүнәлтелгән.

БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, коллектив экспозиция ойоштороласаҡ, унда Башҡортостандың сәнәғәт потенциалы күрһәтеләсәк һәм республика предприятиелары тураһында мәғлүмәт биреләсәк. Ҡыҙыҡһынған ойошмалар һәм предприятиеларҙың барыһы ла ҡатнашыуға саҡырыла.

Өҫтәп үтәйек, Татарстан экспоненттары ла даими рәүештә ошоға оҡшаш Өфөләге «Газ. Нефть. Технологиялар» күргәҙмәһендә ҡатнаша.