11 декабрь, Йәкшәмбе

17 август 2011 йыл, 15:58

Өфөнөң Аксаков исемендәге баҡсаһында «Ҡала сәскәләре» фестивале үтәсәк

автор: Любовь Колоколова

Кесе йома, 18 августа, Өфөнөң Киров районында урынлашҡан С.Т.Аксаков исемендәге баҡсаһында «Ҡала сәскәләре» фестивале үтәсәк. Ул «Дуҫлыҡ сәскәһе» район фестивале сиктәрендә иң яҡшы сәскәләр композицияһына ижади конкурстар һәм концерт номерҙары форматында уҙғарыласаҡ.

Быйыл сара Башҡортостан Республикаһында Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылы сиктәрендә үткәрелә. Райондың белем биреү учреждениелары һәм үҫмерҙәр клубтары араһында үтәсәк иң яҡшы балалар костюмына, шулай уҡ Киров районы хакимиәтенең ведомство бүлексәләре араһында иң яҡшы стена һүрәтенә конкурстар, «Өфө сәскәләре» фотоконкурсы әлеге сәскәләр байрамына яңылыҡ индерәсәк. Бынан тыш, барлыҡ теләүселәр араһында асфальтта төшөрөлгән иң яҡшы һүрәт бәйгеһе лә буласаҡ.

Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, төрлө номинациялар буйынса фестивалдә ҡатнашыу өсөн райондың 70-тән ашыу учреждение һәм ойошмаларынан заявка ҡабул ителгән.