3 декабрь, Шәмбе

17 август 2011 йыл, 15:07

Өфөнөң сәнәғәт производствоһы индексы – 109%

автор: Евгений Рәхимҡолов

Өфөлә сәнәғәт производствоһы индексы ағымдағы йылдың тәүге ете айы йомғаҡтары буйынса 109 процент, ә һатыуға етештерелгән продукция күләме, былтырғы ошо осор менән сағыштырмаса, 120 проценттан ашыу тәшкил итте. Был хаҡта Өфө хакимиәтендә үткән оператив кәңәшмәлә ҡала башлығы Павел Качкаев хәбәр итте. Сағыштырыу өсөн, ағымдағы йылдың тәүге дүрт айы йомғаҡтары буйынса Өфөлә сәнәғәт производствоһы индексы – 108,5%, 2010 йыл йомғаҡтары буйынса 110,6% тәшкил иткәйне.

Өфөлә тотороҡло иҡтисади үҫеш барлыҡ өлкәләрҙә лә тиерлек күҙәтелә. Сәнәғәт производствоһы индексы өс тармаҡта ғына 100 проценттан түбән.

Павел Качкаев шулай уҡ хеҙмәт баҙарында күҙәтелгән хәл тураһында һөйләне. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, ул яҡшы яҡҡа үҙгәргән. Бер йыл эсендә эшһеҙлек Өфөлә 13 процентҡа кәмегән. Тик эш хаҡын түләүҙе тотҡарлау ғына ҡаланың бер ҙур проблемаһы булып тора. Рәсми мәғлүмәттәр буйынса уның күләме әлеге ваҡытта 19,7 миллион һум тәшкил итә.