10 декабрь, Шәмбе

17 август 2011 йыл, 14:48

Өфөгә Израиль дипломаты килә

автор: Евгений Рәхимҡолов

Өфөгә Израилдең Рәсәйҙәге Илселегенең беренсе секретары Михаэль Пелливерт килергә ниәтләй. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына Израилдең Рәсәй Федерацияһындағы Илселеге ҡарамағындағы Израиль мәҙәни үҙәге вәкиле Гита Львович хәбәр итте.

Михаэль Пелливерт Иерусалим университеты профессоры һәм политехник фәндәр докторы ла. Визиты дауамында ул бер нисә Өфө вузында лекциялар уҡырға, шулай уҡ киң йәмәғәтселек менән осрашып, Рәсәй һәм Израилдең мәҙәниәт, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге хеҙмәттәшлеге мәсьәләләрен тикшерергә йыйына.

Өфөгә Михаэль Пелливерт сентябрҙең беренсе декадаһында килергә тейеш.