3 декабрь, Шәмбе

17 август 2011 йыл, 14:06

Башҡортостандың ҡулланыусылар баҙарындағы хәлдәр тотороҡло тип баһалана

автор: Ғәлиә Нәбиева

Июль йомғаҡтары буйынса ваҡлап сауҙа итеү әйләнеше 291,2 млрд һум тәшкил итте, тауар массаһында был былтырғыға ҡарағанда 5,4 процентҡа күберәк, тип билдәләй Башҡортостанстат. Был күрһәткес буйынса республика Рәсәй Федерацияһының тәүге ун төбәге исемлегендә ҡала.

Белгестәр иҫәпләүенсә, йыл башынан алып халыҡҡа 145 млрд һумлыҡ аҙыҡ-түлек һатылған йәки 2010 йылдың ғинуар-июленә ҡарата 99,6%, аҙыҡ-түлеккә ҡарамаған тауарҙар һатыу 146,2 млрд һумға еткән йәки 109,3%.

Ваҡлап сауҙа итеү әйләнешен башлыса баҙарҙан тыш эшмәкәрлек алып барған сауҙа ойошмалары һәм шәхси эшҡыуарҙар формалаштыра, тип билдәләй аналитиктар.  

Бәләкәй бизнес сауҙала ныҡлы урын биләй. Июль йомғаҡтары буйынса ваҡлап сауҙа итеү әйләнешенең яртыһынан ашыуын бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттары тәьмин иткән (55,1%).

Отпускылар осоро тамамланыу менән дөйөм туҡланыу хеҙмәттәренә һорау арта. Ағымдағы йылдың ғинуар-июлендә йәмәғәт туҡланыуҙағы аҡса әйләнеше 13,1 млрд һумға еткән, йәғни 2010 йылдың ғинуар-июленә ҡарата 106,4%.

Республиканың ҡулланыусылар баҙарындағы хәлдәр тотороҡло тип баһалана.