4 декабрь, Йәкшәмбе

17 август 2011 йыл, 13:42

Республикала Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияға дәғүә итеүселәрҙән эштәр ҡабул ителә

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

Башҡортостан журналистары төбәктең иң абруйлы наградаларының береһе – Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияға дәғүә итеүселәр конкурсында ҡатнашырға саҡырыла. Был премияға лайыҡ кешеләрҙе Республика Хөкүмәте ҡарамағында ойошторолған махсус комиссия билдәләйәсәк.

Быйыл журналистар премияһы 2010 йылдың сентябренән 2011 йылдың авгусына тиклем донъя күргән материал авторҙарына тапшырыласаҡ. Премия алыуға баҫма матбуғаты, интернет-баҫма, радио һәм телевидение вәкилдәре дәғүә итә ала. Комиссия төрлө жанрҙағы эштәрҙе, шул иҫәптән фотоларҙы һәм китап булып сыҡҡан мәҡәләләр йыйынтығын да ҡабул итә. Иң мөһиме, әҫәрҙәрҙә халыҡтар дуҫлығы һәм милли мәҙәниәт байлыҡтары, йәмғиәттә тыныслыҡ һәм татыулыҡ темалары, замандаштарыбыҙҙың образдары, республиканың социаль-иҡтисади хәле сағылдырылырға тейеш.

Материалдарҙы 1 сентябргә тиклем Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13 адресы буйынса Башҡортостандың Журналистар союзына ебәрергә. Телефон/факс: (347) 276-42-66.