9 декабрь, Йома

17 август 2011 йыл, 13:34

Башҡортостандың рәсми делегацияһы Литваға барасаҡ

автор: Любовь Колоколова

18-20 августа Башҡортостан Республикаһы делегацияһы рәсми визит менән Литва Республикаһына барасаҡ.

Башҡортостан менән Литва араһындағы халыҡ-ара һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәрҙе, шул иҫәптән агросәнәғәт комплексы, туризм һәм еңел сәнәғәт өлкәһендәге хеҙмәттәшлекте үҫтереү сәфәрҙең төп маҡсаты булып тора.

Делегация составына БР сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министры вазифаһын башҡарыусы Игорь Карепанов, БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Наталья Никольская, БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһының вице-президенты Азат Фазлыев, БР Президенты Хакимиәтенең Тышҡы һәм төбәк-ара бәйләнештәр идаралығының тышҡы бәйләнештәр бүлеге мөдире Фидан Ишемғолов инәсәк. Башҡортостан делегацияһын БР Президенты Хакимиәте етәксеһе Владимир Балабанов етәкләйәсәк.  

БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, визит барышында Литваның Хужалыҡ министрлығы етәкселеге менән осрашыу планлаштырылған (туризм өлкәһе уларҙың ҡарамағында). Осрашыуға Литва Республикаһы туроператорҙарының, турагентлыҡтарының, санатор-курорт комплекстарының, туриндустрияға ҡараған башҡа ойошмаларҙың вәкилдәре саҡырыласаҡ. Сәфәр сиктәрендә йәнә Литваның агросәнәғәт комплексы предприятиелары һәм текстиль сәнәғәте вәкилдәре менән осрашыуҙар ойоштороласаҡ.