Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.52 ↓

EUR 62.09 ↑

24 март, Йома

Уфа   °

Өфө урамдарын таҙартыуға ҡышҡыһын 307 машина сығырға әҙер

Йәмғиәт

Өфө урамдарын быйыл ҡыш 307 машина таҙартырға әҙер. Төҙөкләндереү буйынса муниципаль предприятиеларҙың юлдарҙы таҙартыуға тәғәйенләнгән тап ошо сама машинаһы бөгөн төҙөк хәлдә. Был хаҡта ҡала башлығында үткән оператив кәңәшмәлә Өфө хакимиәтенең Коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығы начальнигы  Николай Соловьев хәбәр итте.

Бындай предприятиелар ҡарамағында йәмғеһе 400 махсус техника берәмеге бар һәм төҙөк техника дөйөм иҫәптең ни бары 76 процентын тәшкил итә. Әммә, Николай Соловьев фекеренсә, Өфө урамдарын таҙартыуға 307 машина ла етә.

— Был башлыса йыл әйләнәһенә файҙаланылыусы техника, — тип билдәләне ул. — Был сама машина өсөнсө — максималь ҡышҡы эш режимында ҡала урамдарына сығыу өсөн дә етәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть