11 декабрь, Йәкшәмбе

17 август 2011 йыл, 12:51

Башҡортостанда урман янғындары һүндерелгән

автор: Галина Бахшиева

Башҡортостанда барлыҡ урман янғындары ла һүндерелгән. Һуңғыһы көн элгәре Йылайыр районының участка урман хужалығында асыҡланған. Ут дүрт гектар урманды ялмап алған, ләкин республиканың Урман хужалығы министрлығы хеҙмәткәрҙәре менән тиҙ арала һүндерелгән.

— Бынан тыш, 13 августа Йылайыр районының участка урман хужалығында асыҡланған, 33 гектар майҙанды ялмап алған иң ҙур янғын, ниһайәт, һүндерелде. Әлеге ваҡытта республикала бер урман янғыны ла теркәлмәгән, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Урман хужалығы министрлығының матбуғат секретары Айбулат Ғәйнуллин.

Йыл башынан Башҡортостанда йәмғеһе 75 урман янғыны теркәлгән, уларҙан 472 гектар урман зыян күргән.