11 декабрь, Йәкшәмбе

17 август 2011 йыл, 12:17

Урман ауылы халҡы Рәсәй Оборона министрлығын судҡа бирҙе

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Урман ауылы халҡы хәрби часть келәттәрендә булған шартлауҙар айҡанлы емерелгән йорттарға эшләнгән ремонт сығымдарын ҡаплауҙы талап итеп, РФ Оборона министрлығына ҡаршы судҡа дәғүә менән мөрәжәғәт иткән. Зыян күреүселәр яуап биреүсе итеп Оборона министрлығының 99-сы арсеналының 67684-се хәрби часын атай. Был хаҡта Иглин районы хакимиәтенең мәғлүмәт бүлеге баш белгесе Әнәс Вәлиуллин хәбәр итте.

—  Тиҙҙән ҡыш та етә, ә эш һаман урынынан ҡуҙғалмай, — тине Әнәс Вәлиуллин. – Халыҡ үҙ мөлкәтен үҙе ремонтланы, зыян күләмен дә иҫәпләп сығарҙы. Ләкин Оборона министрлығынан бүленергә тейеш аҡсалар әле лә юҡ. Судҡа мөрәжәғәт итергә мәжбүрбеҙ.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Урман ауылындағы шартлауҙарҙан дөйөм зыян 420 миллион һум тирәһе тәшкил итте. Ауылдың янған йорттарында теркәлгән кешеләргә Башҡортостан етәкселеге тарафынан компенсациялар бүленде, яңы торлаҡ төҙөлдө, ауылдың инфраструктураһы тергеҙелде. Зыян күреүсе кешеләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү маҡсатында Иглин ауылының «Көньяҡ» биҫтәһендә 16 фатирлы өс йорт һәм 12 шәхси йорт төҙөргә ҡарар ителде. Ул йорттар тиҙ арала ҡалҡып сыҡты.

Республика властары ярҙамы менән тағы ла бик күп эштәр эшләнде.

Ләкин РФ Оборона министрлығының зыян күреүсе халыҡ алдында бурыстары бар. Тағы ла бер нисә ғаилә Оборона министрлығына ҡаршы судҡа дәғүә менән мөрәжәғәт итергә әҙер.

темалар: урман, төҙөлөш