3 декабрь, Шәмбе

17 август 2011 йыл, 10:50

Республикала йыл башынан 79 кеше адвокат статусын алды

автор: Сергей Захаров

Рәсәй Юстиция министрлығының БР буйынса Идаралығы мәғлүмәттәре буйынса 2011 йылда адвокаттар исемлегенә йәнә 79 кеше өҫтәлде.

Әлеге ваҡытта республикала 1495 профессиональ хоҡуҡ яҡлаусы, шулай уҡ 198 нотариус бар. Уларҙың берәүһе дәүләт нотариаль контораһында эшләй, ҡалғандары шәхси эш менән мәшғүл.

Тәүге ярты йыллыҡта Рәсәй Юстиция министрлығының БР буйынса Идаралығы шәхси нотариустар, адвокаттар һәм ЗАГС органдары хеҙмәткәрҙәренең эшмәкәрлегенә ҡарата граждандарҙан йәмғеһе 72 мөрәжәғәт ҡабул иткән.

ЗАГС бүлектәрен тикшереү һөҙөмтәләре буйынса гражданлыҡ хәле акттарын теркәгән саҡта асыҡланған закон боҙоуҙарҙы бөтөрөү тураһында алты ҡарар индерелде.

Бынан тыш адвокаттар һәм профессиональ этика тураһындағы закондарҙы боҙоу өсөн Идаралыҡ тарафынан адвокат статусын туҡтатыу тураһында өс рәсми тәҡдим индерелде.