10 декабрь, Шәмбе

17 август 2011 йыл, 9:54

Башҡортостанда ҡайһы бер эшҡыуарҙар «ҡара исемлеккә» эләкте

автор: Любовь Колоколова

Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты аҡсалата ярҙам алған, ләкин уларҙың файҙаланылыуы хаҡында отчет бирмәгән намыҫһыҙ эшҡыуарҙар исемлеген төҙөнө. Бындай ҡарар БР Контроль-иҫәп палатаһы тәҡдиме нигеҙендә ҡабул ителде.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ағымдағы йылдың 3 авгусында «2010 йылға Башҡортостан Республикаһында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын үҫтереү республика программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә бюджет средстволарын һәм дәүләт милкен маҡсатлы һәм һөҙөмтәле файҙаланыуын тикшереү һөҙөмтәләре тураһында» мәсьәләһе буйынса БР Контроль-иҫәп палатаһының коллегия ултырышы үтте. БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитетына эшҡыуарҙарҙың бюджет средстволарын файҙаланыуын контролдә тотоуҙы нығытырға тәҡдим ителде.

2010-2011 йылдарға Башҡортостан Республикаһында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын үҫтереү республика программаһының талаптарына ярашлы, аҡсалата ярҙам алыусы Дәүләт комитетына квартал һайын, айҙың 10-нан да ҡалмай, алынған аҡсаларҙың файҙаланылыуы хаҡында, шулай уҡ йыл йомғаҡтары буйынса эшмәкәрлек һөҙөмтәлелеге тураһында отчет бирергә тейеш. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы бер эшҡыуарҙар отчетты ваҡытында тапшырмай, йә булмаһа бөтөнләй отчет яһамай. Әлеге ваҡытта намыҫһыҙ эшҡыуарҙар исеменә отчет биреү кәрәклеге һәм был бурысты үтәмәү өсөн яуаплылыҡ тураһында 250 белдереү ҡағыҙы ебәрелде.

Дүләт аҡсаларын алған, ләкин уларҙың файҙаланылыуы хаҡында отчет бирмәгән намыҫһыҙ эшҡыуарҙар исемлеге БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитетының рәсми сайтында урынлаштырыласаҡ.

Коллегияның үткән ултырышында БР Контроль-иҫәп палатаһы ағзалары Дәүләт комитетына был мәсьәлә буйынса намыҫһыҙ эшҡыуарҙарға ҡарата тейешле саралар күреү маҡсатында хоҡуҡ һаҡлау органдары менән бәйләнеш булдырырға тәҡдим итте, тип хәбәр итә ведомствоның матбуғат хеҙмәте.