10 декабрь, Шәмбе

17 август 2011 йыл, 9:16

Өфөлә 53 мәктәптә ремонт бара

автор: Евгений Рәхимҡолов

Өфөлә яңы уҡыу йылына әҙерлек сиктәрендә 53 мәктәптә, 53 балалар баҡсаһында һәм туғыҙ өҫтәмә белем биреү учреждениеһында капиталь ремонт бара. Был маҡсатҡа 85 миллион һумдан ашыу сумма бүленгән. Хакимиәт башлығында үткән оператив кәңәшмәлә Өфө хакимиәтенең Мәғариф идаралығы начальнигы Азамат Сәйфуллин ошондай мәғлүмәт бирҙе.

Ул йәнә «2009-2011 йылдарға Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округының мәғариф учреждениеларында туҡланыуҙы ойоштороуҙо камиллаштырыу» ҡала маҡсатлы программаһы сиктәрендә Өфөлә туғыҙ мәктәп ашханаһында ремонт алып барылыуы хаҡында хәбәр итте.

— Мәғариф учреждениеларының барыһында ла янғын хәүефһеҙлеге талаптарын боҙоуҙы бөтөрөүгә, эргә-тирәһендәге территорияны төҙөкләндереүгә һәм йылытыу миҙгеленә әҙерлеккә айырым иғтибар бирелә, — тип билдәләне Азамат Сәйфуллин. — Бөгөн йылытыу системаларын гидравлик һынау Өфөнөң 412 белем биреү учреждениеларында үткәрелгән, был дөйөм иҫәптән 96,7%. Былар 135 мәктәп, 207 балалар баҡсаһы, 71 өҫтәмә белем биреү учреждениеһы. Ҡаланың Ленин, Октябрь, Совет райондарында йылытыу системаларын һынау тамамланған.