8 декабрь, Кесе йома

16 август 2011 йыл, 18:01

Ҡырмыҫҡалы районында сыуаштарҙың сигеү эштәре күргәҙмәһе үтәсәк

автор: Евгений Рәхимҡолов

Ҡырмыҫҡалы районының «Суук-Чишма» тарихи-мәҙәни үҙәгендә «Сыуаш ҡатындарының сигеп биҙәлгән донъяһы» сигеү эштәре күргәҙмәһе үтәсәк. Унда милли биҙәү-ҡулланма сәнғәте оҫталары йыйыласаҡ, улар өсөн үҙәк мөдире Светлана Матвеева сәйлән менән сигеү буйынса мастер-класы үткәрәсәк.

Шулай уҡ бында «Уллах» театрлаштырылған тамашаһы үтәсәк. Уның сиктәрендә сыуаштарҙың борон үткәрелгән кис ултырыу йолалары күрһәтеләсәк. Сарала Ҡырмыҫҡалы районының биш сыуаш фольклор ансамбле ҡатнашасаҡ.

Сигеү эштәре күргәҙмәһе менән тамашаның бер көнгә тура килеүе осраҡлы түгел. Сыуаштарҙа Уллах туранан-тура тегеү эштәре менән бәйле. Борон ҡыҙҙар кис ултырғанда йөн иләгән, балаҫ һуҡҡан, күлдәк теккән. Бындай йолалар ҡайһы бер сыуаш ғаиләләрендә бөгөн дә популяр. Йыш ҡына бындай саралар ҡыҙыҡһыныуҙар буйынса клубтарға әүерелә.

Күргәҙмә һәм «Уллах» 27 августа үтәсәк. Башлана 21.00 сәғәттә.