10 декабрь, Шәмбе

16 август 2011 йыл, 16:57

Баш ҡалалағы мәктәптәр 11 мең беренсе класс уҡыусыһын ҡабул итә

автор: Евгений Рәхимҡолов

Өфө мәктәптәренә 1 сентябрҙә 11 мең беренсе класс уҡыусыһы киләсәк. Тап ошо сама бала уҡыуға яҙылған. Былтырғы менән сағыштырғанда был бер меңгә күберәк. Ҡала башлығында үткән оператив кәңәшмәлә Өфө хакимиәтенең Мәғариф идаралығы начальнигы Азамат Сәйфуллин ошондай мәғлүмәт бирҙе.

Баш ҡаланың 138 мәктәбендә быйыл 100 мең самаһы бала уҡыясаҡ. Беренсе класс уҡыусыларының барыһына ла хәҙер «Яңы быуын» («Новое поколение») стандарты буйынса уҡырға тура киләсәк — был программа Өфөлә республика эксперименты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Йәнә 35 мәктәптең икенсе һәм һигеҙ мәктәптең өсөнсө класс уҡыусылары ла уның буйынса уҡыясаҡ. Яңы стандарт буйынса эшләгән уҡытыусыларға 120 уҡыу семинары үткәрелгән, программалар, дәреслектәр һәм әсбаптар әҙерләнгән.