Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.02 ↓

EUR 61.96 ↓

28 март, Шишәмбе

Уфа   °

«Базы» ауыл хужалығы кооперативында бойҙай уңышы гектарынан 40 центнерҙан аша

Иҡтисад

Саҡмағош районының «Базы» ауыл хужалығы етештереү кооперативында игендең уртаса уңышы гектарынан 40 центнерҙан аша. Игенселәр ужым культуралары һәм борсаҡты һуғып алған да инде. Әле комбайнерҙар арпа һуғыуға төшкән. Йығылған иген ураҡ эштәренә ҡамасаулай — тулышҡан башаҡтар бойҙай ауырлығынан ергә эйелгән. Быйыл арпа уңышы рекорд ҡуя: һәр гектарҙан игенселәр 48-50-шәр центнер иген ала.

Сиратта ужым бойҙайы, «Омская-35» өлгөргән. Һайланма майҙансыҡтарҙа үткәрелгән тәүге ураҡ һөҙөмтәләре ҡыуандыра – бер урауҙа игенселәр 40 центнер самаһы сифатлы ашлыҡ алған.

«Башинформ» агентлығына «Базы» ауыл хужалығы етештереү кооперативы етәксеһе Вадим Соколовтың һөйләүенсә, хужалыҡтың иген баҫыуҙары  яҡынса 17 мең гектарҙы тәшкил итә. Бөгөнгө көндә 25% майҙанда ашлыҡ урып һуғылған. Хужалыҡ ураҡты үҙ көстәре менән алып бара, «Нива» маркаһындағы 42 комбайн эшкә ҡушылған. Комбайнерҙар көн оҙоно баҫыуҙа.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть