6 декабрь, Шишәмбе

16 август 2011 йыл, 16:29

Башҡортостанда һалым инспекциялары киске һигеҙгә тиклем эшләй

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

Башҡортостандың һалым инспекциялары халыҡты 20.00 сәғәткә тиклем ҡабул итә. Бындай режимда һалым инспекциялары хеҙмәткәрҙәре аҙнаһына ике тапҡыр – һәр шишәмбе һәм кесе йома эшләй. Бынан тыш, айына ике тапҡыр булһа ла, шәмбе лә эш көнө тип һанала башланы: айҙың беренсе һәм өсөнсө шәмбеһе, икенсе һәм дүртенсе шәмбеһе — быныһы инде инспекцияларҙың үҙҙәренең ҡарамағында. Был көндө халыҡ 10.00 сәғәттән 15.00 сәғәткә тиклем ҡабул ителә.

— Бындай саралар күпселек эш кешеһенең уңайлығы өсөн үткәрелә, уларҙың эш ваҡыты һалым органының эш графигы менән тап килә, — тип хәбәр иттеләр «Башинформ» агентлығына Федераль һалым хеҙмәтенең БР буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәтенән. – Хеҙмәтләндереү тәнәфесһеҙ ойошторола.

Илдең барлыҡ һалым инспекциялары ла яңы графикка августан башлап күскән. Бындай режимда улар һәр ваҡыт эшләйәсәк.

темалар: һалым хеҙмәте