Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.63

EUR 61.44

20 февраль, Дүшәмбе

Уфа   °

Республикала заманса һөтсөлөк фермаһы асыла

Иҡтисад

Саҡмағош районындағы «Базы» ауыл хужалығы етештереү кооперативының яңы фермаһы асылыуына бер айҙан аҙ ғына күберәк ваҡыт ҡалды, тип хәбәр иттеләр БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән. 400 һыйырға иҫәпләнгән малсылыҡ бинаһы Байбулат ауылында бер йыл элек төҙөлә башлаған. Бөгөн бында һуңғы әҙерлек эштәре бара — ҡорамалдар монтажлана.

Малсылыҡ бинаһы тейешле заманса талаптарҙы иҫәпкә алып төҙөлгән:  микроклимат булдырасаҡ яҡтылыҡ үтәреүсе поликарбонаттан эшләнгән атламалар, керамик плита менән ҡапланған уңайлы мал аҙығы атлыҡсалары, тиҙәк таҙартыусы системалар, яңы ҡорамалдар менән йыһазландырылған һауын залы, һәр береһе 4000 кубометрлыҡ сенаж-силос соҡорҙары. Хужалыҡ етәксеһе Вадим Соколов әйтеүенсә, бар эштәрҙе лә бында сентябрҙә тамамлау планлаштырыла. Ҡара-һоро тоҡомло һыйырҙар ҙа шул уҡ ваҡытта яңы бинаға күсәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть