9 декабрь, Йома

16 август 2011 йыл, 12:10

Башҡортостанда иң ҙур урман янғынын әлегә һүндерә алмайҙар

автор: Галина Бахшиева

Үткән тәүлектә республикала өс урман янғынының икәүһе генә һүндерелгән. Икеһе лә дүшәмбе, 15 августа, асыҡланған. Тәүгеһе Краснокама районының Николо-Березовка участка урман хужалығында һүндерелгән. Уттан һигеҙ гектар урман зыян күргән. Янғынды һүндереүҙә ун кеше ҡатнашҡан, янғынға ҡаршы өс техника берәмеге ҡулланылған.

Ейәнсура районының Байыш участка урман хужалығында сыҡҡан янғын 2,5 гектар урманды ялмап алған. Уны һүндереүҙә 16 кеше ҡатнашҡан, биш махсуслаштырылған техника берәмеге файҙаланылған. Ут яңынан тоҡанып китмәһен өсөн әлеге ваҡытта янғын булған ике урында ла дежурлыҡ ойошторолған.

Шәмбе, 13 августа, Йылайыр районында асыҡланған урман янғынын әле булһа һүндерә алмайҙар. Йыл башынан алып республикала был иң ҙур янғын иҫәпләнә. Ут ялмап алған дөйөм майҙан 33 гектар тәшкил итә. Янғын һүндереүҙә 30 кеше ҡатнаша, 11 техника берәмеге ҡулланыла. БР Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, әлеге ваҡытта янғын таралыуҙан туҡтатылған.

Йыл башынан республикала йәмғеһе 74 урман янғыны асыҡланған, уларҙан 468 гектарҙан ашыу урман зыян күргән.